+1 °С
Болотло
1980 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәй. Бөгөн бирелә эш ҡайнай! Мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы, электр үткәргестәре, тәҙрәләре алмаштырыласаҡ, стеналар штукатурланасаҡ, түшәм, ингән ере, тышҡы яғы ремонтланасаҡ. “МД-АртГрупп” подрядсы ойошмаһы тарафынан эштәр йыл аҙағына тамамланырға тейеш. Был хаҡта бөгөн район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосоповтың эш сәфәре барышында килешелә. Яңы 2023 йылда ҡашҡалар яңы һулыш алған мәҙәниәт усағында ҡаршылар, тип ышанабыҙ.
Наилә Имаева.