Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙыу ремонт бара...

1956 йылғы бинаның дөйөм майҙаны 422,4 квадрат метр. Төҙөлөш барышында иҫке ҡыйыҡты  тулыһынса яңыһына алыштырмаҡсылар, ишектәр һәм фасад яңыртыласаҡ...

Ҡыҙыу ремонт бара...
Ҡыҙыу ремонт бара...

Федоровка районының Бала-Сытырман ауылында Пугачев ауыл табиплыҡ амбулаторияһында капиталь ремонт дауам итә. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы алып барыла.  Ремонтҡа биш миллион 750 мең һум аҡса бүленгән.

Бина 1956 йылғы, дөйөм майҙаны 422,4 квадрат метр. Төҙөлөш барышында иҫке ҡыйыҡты  тулыһынса яңыһына алыштырмаҡсылар, ишектәр һәм фасад яңыртыласаҡ. Бүлмәләрҙә биҙәкләү, буяу, штукатурлау эштәре ойоштороласаҡ.

“Беҙ ауыл табиплыҡ амбулаторияһының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Яңыртылған бинала бөтә уңайлыҡтар булыуына  ышанабыҙ”, – ти Бала-Сытырман ҡатын-ҡыҙҙары. Әле ремонт эше ҡыҙыу бара, бина фасады яңыртыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-06-19/y-yu-remont-bara-2846629
Автор:
Читайте нас в