Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июнь 2022, 09:50

Урамдар хәүефһеҙ булһын

2022 йылда республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы 210 километрҙан ашыу юлды яңыртыу планлаштырыла...

Урамдар хәүефһеҙ булһын
Урамдар хәүефһеҙ булһын

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы социаль әһәмиәтле һәм спорт оъбекттарына  илткән юлдарҙы яңырталар.

­– Кешеләр стадиондарға һәм спорт мәктәптәренә уңайлы юлдарҙан йөрөргә тейеш, – тип билдәләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Өфөлә быйыл мәктәптәргә, балалар баҡсаларына  һәм спорт ҡоролмаларына илтеүсе ете километр оҙонлоғондағы юл участкаһын ремонтлаясаҡтар. Ғабдулла Амантай, Кәрим Хәкимов, Суворов, Чернышевский, Гвардия, Завод урамдары һәм Рәсәй тыҡрығы яңыртыласаҡ, тип хәбәр итә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Стәрлетамаҡта милли проектҡа ярашлы быйыл Кочетов урамына ремонт яһаласаҡ. Был яҡындағы “Содовик” спорт комплексында шөғөлләнеүсе спортсылар өсөн бик мөһим. 2022 йылда республикала “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы 210 километрҙан ашыу юлды яңыртыу планлаштырыла. Эш 102 объектта алып барыласаҡ.

Заманса, уңайлы һәм ышаныслы транспорт инфраструктураһы  булдырыу – Рәсәй Президентының юлсылар алдына ҡуйған төп бурыстарының береһе.  Стратегик  маҡсатҡа өлгәшеүҙә төп инструмент булып 2019 йылда старт алған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тора.  2021 йылда милли проекттың яңыртылған паспорты раҫланды, хәҙер ул “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” тип атала.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Tvernews.ru

Автор:Дина Арсланова
 
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-06-19/uramdar-h-ef-e-bul-yn-2846632
Автор:
Читайте нас: