Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июнь 2022, 09:56

Ауыл тормошона яңы йәм

“Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы халыҡ  тормошо өсөн ҙур ваҡиға,  Ҡыйғы районында тағы өс пункттың асылыуы көтөлә,” – тине Азат Рәхмәтуллин.

Ауыл тормошона яңы йәм
Ауыл тормошона яңы йәм

Ҡыйғы районының Йосоп ауылында яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлдө.  Ауылдаштар был көндө күптән түҙемһеҙлек менән көттө. Унда 330-ҙан ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк.

Яңы медицина пунктында пациенттар һәм белгестәр өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус урынлаштырылған. Яңы учреждениела фельдшер Эльмира Камаева эшләйәсәк. Ауылдаштар бинаның уңайлы, тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыуына ҡәнәғәтлек белдерҙе. Яңы пунктты асыуҙа һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов, Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар хирургияһы кафедраһы мөдире Илдар Ғәлимов ҡатнашты.

“Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы халыҡ  тормошо өсөн ҙур ваҡиға,  унда пациенттар өсөн бөтә тейешле, кабинеттар, ҡорамалдар ҡаралған. Йыл һайын республиканың төрлө ауылдарында ФАП-тар төҙөйбөҙ, Ҡыйғы районында тағы өс пункттың асылыуы көтөлә,” – тине Азат Рәхмәтуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-06-19/auyl-tormoshona-ya-y-y-m-2846627
Автор:
Читайте нас: