+6 °С
Ямғыр
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда урамдың үҙенә 970 метр оҙонлоҡта асфальт түшәлгәйне. Быйыл 1,3 километрҙан ашыу юлға асфальт һалыу планлаштырылған. Яҡынса июнь аҙағына эштәр тамамланырға тейеш. Бынан һуң Асҡын юл ремонтлау-төҙөү ойошмаһы Асҡын-Көнгәк автомобиль юлына капиталь ремонтты дауам итәсәк. Шуның менән бер рәттән Асҡын ауылының тағы бер нисә урамында асфальт һалыу эштәре башланасаҡ. Быйыл һәм алдағы йылдарҙа Ленин, Октябрь, Мичурин һәм Пионер урамдарында юлдарҙы яңыртыу планлаштырылған.
Илһөйәр Махатова.