+6 °С
Ямғыр
Районға Нефтекама ҡалаһынан һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау сиктәрендә ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының конструкциялары ҡайтарылды. Улар Ключи һәм Яңы Ҡаҙансы ауылдарында урынлашасаҡ. ФАПтар өсөн свай нигеҙҙәре әҙерләнгән. Подрядсы ойошма конструкцияларҙы ай эсендә монтажлап ҡуйырға вәғәҙәләй.
Был яңы төҙөлгән пункттар заманса буласаҡ. Унда пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, дарыу препараттарын һаҡлау кабинеттары, ял бүлмәһе ҡаралған. Учреждениеларға юғары тиҙлекле Интернет та үткәреләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, быйыл яҙ яңы модулле ФАП Мутайылға ауылында асылды. Ә үткән йыл Кубияҙҙа яңы капиталь пункт үҙенең пациенттарын ҡабул иткәйне.
Илһөйәр Махатова.