Бөтә яңылыҡтар

Еләкте һәм бәшмәкте йыл әйләнәһенә ашарға була

Баҡса еләгенә ихтыяж йылдан-йыл үҫә. Миҙгел еткәс, татлы емеште һатып алыусылар һаны бермә-бер арта, йыл әйләнәһенә лә был ризыҡҡа ихтыяж юғары.

Еләкте һәм бәшмәкте йыл әйләнәһенә ашарға була
Еләкте һәм бәшмәкте йыл әйләнәһенә ашарға була

Дүртөйлө районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Ул ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә ойошторолған.

Эшҡыуар ханым еләк һәм бәшмәк үҫтерергә ниәтләй. Бәшмәк — тәмле һәм туҡлыҡлы аҙыҡ, шулай уҡ файҙалы ла. Шуға күрә бәшмәк фермаһы һатып алыу әһәмиәтле, килемле бизнес булыуы ихтимал, ти ул. Етмәһә, ул әллә ни ҙур сығымдар талап итмәй.

Баҡса еләгенә лә ихтыяж йылдан-йыл үҫә. Миҙгел еткәс, татлы емеште һатып алыусылар һаны бермә-бер арта, унан тыш, йыл әйләнәһенә лә был ризыҡҡа ихтыяж юғары. Шуға ла сығым үҙен тиҙ арала аҡлар тигән өмөт бар. Унан тыш, һалҡын осорҙа килем бер нисә тапҡырға артығыраҡ була.

«Беҙ йылытылған теплица төҙөйбөҙ. Уның майҙаны 10 метрға 15 метр тәшкил итәсәк. Артабан уны икегә бүләсәкбеҙ. Бер бинала бәшмәктәр үҫәсәк, икенсеһендә – еләктәр.  Был йәһәттән тәжрибәбеҙ бар – еләк уңышын  ноябрҙән мартҡаса алыу мөмкин.  Әҙер продукцияны үҙ магазиндарыбыҙҙа һатасаҡбыҙ», - ти эшҡыуар ханым.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:  zlatpitomnik.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Еләкте һәм бәшмәкте йыл әйләнәһенә ашарға була
Еләкте һәм бәшмәкте йыл әйләнәһенә ашарға була
Автор:
Читайте нас в