Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Март 2022, 09:20

Йүнселдәргә һәр саҡ ярҙам бар

Азалия Ғимаева тәү тапҡыр кәңәшләшергә хатта өсөнсө сабыйын күтәреп килә...

Йүнселдәргә һәр саҡ ярҙам бар
Йүнселдәргә һәр саҡ ярҙам бар

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә ҡала һәм хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәрен барлауҙа ла үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ бизнес идеяларын тормошҡа ашырыусы йүнселдәргә бар яҡлап булышлыҡ итә. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге ваҡытта ла эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, улар оҙайлы ваҡытта кредит каникулдары юллай аласаҡ.

Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан Ғимаевтар ғаиләһе икмәкханаһында 30 төрлө икмәк-ҡалас ризығы бешерелә. Хуш еҫле икмәк, төрлө бәлештәрҙе Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарында көтөп алалар. Бөгөн бында ете кешегә эш урыны булдырылған.

2018 йылда ғаилә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Урындағы эшҡыуарҙарҙың башланғысы хуплана, уларға бизнесын үҫтереү өсөн аҡса бүленә. Был мөмкинлекте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты бирә.

“Азалия Ғимаева минең менән тәү тапҡыр кәңәшләшергә өсөнсө сабыйын күтәреп килде. Икмәкхана асырға теләген белдергәс, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡырҙыҡ. 2018 йылда субсидия алғас, эше яйға һалынды. 2021 йылда  урындағы бюджет иҫәбенә махсус транспорт сараһы алыуға субсидия алды. Азалия Нәфис ҡыҙы төрлө сараларҙа ҡатнаша, йыш ҡына бағыусы булараҡ сығыш яһай. Йүнсел ҡатындың кондитер цехы асырға ла теләге бар”, – ти район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Гөлнара Кашаева.

Уңған эшҡыуарҙың ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Вилдан, Вилена, Алиса ата-әсәһенең тырышлығын, маҡсатҡа ынтылыусанлығын күреп үҫә.

Шулай уҡ Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов аҙна һайын үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендәге координация советы ултырыштары районда йүнселлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелә.

Ошо көндәрҙә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Аҡъяр ауылынан Рәмил Ғәлләмов үҙ проектын тәҡдим иткән. Эшҡыуар йәшелсәселек йүнәлешендә асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта еләк -емеш үҫтереү буйынса махсуслашырға уйлай. Һәм үҙенең эшен тормошҡа ашырыу маҡсатында яңы ҡорамалдар алыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорай. Был проект шулай уҡ районда яңы эш урындарын булдырасаҡ.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡан вазифалы кешеләргә ошо инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү йәһәтенән тәҡдимдәр индереү бурысы йөкмәтелде.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото һәм сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Йүнселдәргә һәр саҡ ярҙам бар
Йүнселдәргә һәр саҡ ярҙам бар
Автор:
Читайте нас: