Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль 2022, 09:15

Кампусты концессия килешеүе буйынса төҙөйҙәр

Әле вуз-ара студенттар кампусының архитектура-ҡала төҙөлөшө концепцияһы әҙерләнә.

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусы инвестор менән концессия килешеүе иҫәбенә төҙөлә. Ул проектҡа 18 миллиард һум тәшкил иткән дөйөм хаҡтың 20 процентын йүнәлтә. Объектты бюджеттан финанслау 14 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

Концессионер килемде буласаҡ кампустың торлаҡ биналарын, бизнес-майҙандарын һәм конференция залдарын ҡуртымға биреү иҫәбенә аласаҡ. Килешеү дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымдарын һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Фән” милли проектының (национальный проект “Наука”) концессия килешеүҙәрен файҙаланып, инновацион белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа менән регламентланған.

Әле вуз-ара студенттар кампусының архитектура-ҡала төҙөлөшө концепцияһы әҙерләнә, шулай уҡ студенттар, уҡытыусылар һәм саҡырылған сит ил ғалимдары өсөн 3,5 мең урынлыҡ уңайлы торлаҡты, уҡыу аудиторияларын, ғилми лабораторияларҙы, заманса йәмәғәт киңлектәрен үҙ эсенә алған объекттың планы төҙөлә.

2021 йылдың авгусында Рәсәй Хөкүмәте төп белем биреү үҙәктәренең яңы инновация инфраструктураһын булдырыуға Башҡортостандың ғаризаһын хуплағайны. Уның дөйөм бюджеты 18 миллиард һум тәшкил итә, шуның 60 проценты – федераль ҡаҙна аҡсаһы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sobkor02.ru/news/region/29036/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-16/kampusty-kontsessiya-kileshe-e-buyynsa-t-y-r-2695583
Читайте нас: