Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль 2022, 09:20

Быйыл тағы алты проектты тормошҡа ашырыу башланасаҡ

Былтыр иһә Яңауыл, Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел ҡалаларындағы һәм Николо-Березовка ауылындағы биш конкурс проектын тормошҡа ашырыу тамамланған.

Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу буйынса федераль проектты бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә былтыр 63 биләмәлә 1282,8 миллион һумлыҡ 146 йәмәғәтселек биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта күптән түгел республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә республика торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр иткәйне.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл республикалағы барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа 122 йәмәғәтселек биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Финанслау күләме 1263,7 миллион һум тәшкил итә.

“Төҙөлөш-монтажлау эштәре 1 апрелдә башланасаҡ. 1 октябргә төҙөкләндереү буйынса барлыҡ эштәр тамамланырға тейеш”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алғайны Алан Марзаев.

Башҡортостандың Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларында һәм тарихи биләмәләрендә уңайлы мөхитте ойоштороу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсына килгәндә, былтыр Яңауыл, Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел ҡалаларындағы һәм Николо-Березовка ауылындағы биш конкурс проектын тормошҡа ашырыу тамамланған. Бынан тыш, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай ҡалаларында, шулай уҡ Мәләүез районының Воскресенск ауылында һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылында проекттар буйынса төп эштәр атҡарылып бөтөргә тейеш.

“Быйыл республика бәләкәй ҡалаларында һәм тарихи биләмәләрендә уңайлы мөхитте ойоштороу буйынса тағы алты проектты тормошҡа ашырыуға тотона. Заманса “йәлеп итеү нөктәләре” Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Туймазы һәм Межгорье ҡалаларында барлыҡҡа киләсәк”, - тине Алан Марзаев.

Әйткәндәй, уңайлы ҡала мөхитен барлыҡҡа килтереү буйынса федераль проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Былтырғы йыл эсендә эскроу иҫәбен файҙаланған  банктар һәм төҙөүселәр араһындағы ғәмәлдәге кредит килешеүҙәре һаны ике тапҡырға – 116-ға тиклем артҡан. Улар буйынса лимит та ике тапҡырға күбәйгән һәм 82,6 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта Рәсәй банкы бүлексәһе – Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк идарасыһы Марат Кашапов белдергән.

Фото: yandex.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-16/byyyl-ta-y-alty-proektty-tormosh-a-ashyryu-bashlanasa-2695169
Читайте нас: