Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль 2022, 09:40

Башҡортостан - тәүге өсәү иҫәбендә

"Был милли проект беҙҙең өсөн иң мөһимдәрҙең береһе".

Башҡортостан - тәүге өсәү иҫәбендә
Башҡортостан - тәүге өсәү иҫәбендә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә "Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектының тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙҙы.

“Башҡортостандың иҡтисади рейтингта алғы урындарҙы йыш ала башлауы ҡыуаныслы. Был республикабыҙҙың бөгөнгө хәлен  билдәләй. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы беренсе тапҡыр “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса рейтингты иғлан итте, унда Башҡортостан тәүге өсәү иҫәбендә.

Был милли проект беҙҙең өсөн иң мөһимдәрҙең береһе.

Ул нимә бирә? Бер яҡтан, беҙ яңы предприятиелар барлыҡҡа килһен өсөн әүҙем инвестиция эшмәкәрлеге алып барабыҙ. Тик эш шунда, булған предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, йәғни иҡтисади уңыш өсөн етди резерв бар. Мәҫәлән, проект етештереү циклында нисек итеп артыҡ ауыр хеҙмәтте башҡармаҫҡа икәнлегенә төшөнөргә ярҙам итә. Был тәү сиратта хеҙмәт мәҙәниәте. Етештереү сығымдарын кәметеп, предприятие хеҙмәткәрҙәр өсөн социаль программаларҙы ғәмәлгә индерергә һәм эш хаҡын күтәрергә мөмкинлек ала.

Проектты һәм рейтингты һис кенә лә эш урындарын ҡыҫҡартыу алымы кеүек ҡабул итергә кәрәкмәй. Киреһенсә, маҡсат шундай – кеше кәрәкмәгәнде башҡармайынса, һөҙөмтәлерәк эшләргә тейеш.

Беҙгә ышанып, милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар етәкселәренә рәхмәт белдерәм. 2021 йылда уларҙың һаны 129-ға етте.

Республика предприятиеларында милли проект сараларының иҡтисади һөҙөмтәлелеге бер миллиард һум тәшкил итте. Шуныһы мөһим, проектта ҡатнашыусы предприятиелар ҡорамалдар алыу өсөн дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Артабан хәрәкәт итәбеҙ”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Фото: республика Башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Римма Султанова
Башҡортостан - тәүге өсәү иҫәбендә
Башҡортостан - тәүге өсәү иҫәбендә
Автор:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-16/bash-ortostan-t-ge-s-i-bend-2695758
Читайте нас: