Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль 2022, 08:10

Тәүәккәлдәргә – дәүләт ярҙамы

Асҡын районының “Төлгөҙ” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Илнур Ғилемшин хужалыҡты үҫтереүҙә дәүләт ярҙамының роле ҙур булыуын билдәләй. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тәүәккәлдәргә – дәүләт ярҙамы
Тәүәккәлдәргә – дәүләт ярҙамы

Башҡортостанда 2022 йылда ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә 332 миллион һум дәүләт ярҙамы йүнәлтеү планлаштырыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Ауыл хужалығы кооперацияһы – республикала аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырыуҙа төп ҡоралдарҙың береһе. Был өлкә дәүләт ярҙамына мохтаж. Республикала дәүләт ярҙамы сараларын  уңышлы ҡулланған  ауыл хужалығы кооперативтары миҫалдары етерлек, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте Асҡын районынан “Төлгөҙ” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын миҫалға килтерә. Ойоштороусыһы һәм рәйесе Илнур Ғилемшин һүҙҙәренсә, улар ҡатыны менән Өфөнән тыуған ауылы Төлгөҙбашҡа ҡайтҡанда бер йөк машиналары ғына була.

– Беҙ ҡайтҡан ваҡытта һөт йыйыусылар юҡ ине. Район, ауыл хакимиәттәре менән һөйләштек, улар һайлаған юлыбыҙҙы хупланы. Тәүге йылда көнөнә 300 – 350 литр һөт йыйһаҡ, хәҙер ул күрһәткес 3-4 тоннаға етте, йәй көнө 4-5 тонна ла була, – тип һөйләй ул.

Бөгөн кооператорҙарҙың үҙ һөт эшкәртеү һәм һөт продукцияһы етештереү цехы эшләй. Илнур Ғилемшин хужалыҡты үҫт ереүҙә дәүләт ярҙамының роле ҙур булыуын билдәләй. 2018 йылда улар өс миллион һум грант ярҙамында кооператив булдыра. 2020 йылда тағы ла ҙурыраҡ грант оталар – 16,7 миллион һум аҡса кооперативтың матди-техник базаһын нығытыуға бүленә.

2022 йылда ауыл хужалығы кооперативтарына 173 миллион һум “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сиктәрендә – субсидия рәүешендә, матди-техник базаны үҫтереүгә 59,5 миллион һум аҡса грант рәүешендә бүленәсәк. Тағы ла 100 миллион һумды эшкәртеү менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы кооперативтары килем килтереүсе проекттар төбәк программаһы буйынса республика бюджетынан алырға мөмкинлеге бар.

Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Тәүәккәлдәргә – дәүләт ярҙамы
Тәүәккәлдәргә – дәүләт ярҙамы
Автор:
Читайте нас: