Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль 2022, 08:00

Һәр баланың уңышы мөһим

Өфөлә 46 өҫтәлмә белем биреү ойошмаһы эшләй. Уларҙа патриотик, рухи-әхлаҡи тәрбиә биргән һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған  129 социаль әһәмиәтле проект тормошҡа ашырыла.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан  

Һәр баланың уңышы мөһим
Һәр баланың уңышы мөһим

Өфөлә 46 өҫтәлмә белем биреү ойошмаһы эшләй. Уларҙа патриотик, рухи-әхлаҡи тәрбиә биргән һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған  129 социаль әһәмиәтле проект тормошҡа ашырыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Белем биреү ойошмаларында өҫтәлмә урындар булдырыу, шулай уҡ кәрәкле йыһаз алыу өсөн “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты ярҙам итә.

Ҡаланың өҫтәлмә белем биреү ойошмаларында проект 2020 йылдан эшләй. Техник, социаль-гуманитар, художестволы, физкультура, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлештәре буйынса өҫтәлмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн 1395 өҫтәлмә урын булдырылған. 2021 йылда тағы ла 300 өҫтәлмә урын индерелгән, тип хәбәр итә  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Быйыл иһә 709 өҫтәлмә урын ойоштороу ҡаралған.

Фото –  Интернет селтәренән.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Автор:
Читайте нас: