Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль 2022, 12:40

Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!

Эскелек проблемаһы, уның менән нисек кенә көрәшмәһендәр, һаман көнүҙәк булып ҡала. Заманында “ҡоро закон” индереп тә ҡаранылар, әммә...   #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!

“Йәшел йыландың” ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны, фажиғәләре хаҡында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ.  Эскелектең тап Рәсәй өсөн үтә үҙәккә үткән проблема булғанын йәшерәһе түгел.

Мәҫәлән, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә туҡтап үтәйек.  Статистика күрһәтеүенсә, беҙҙең илдә һәр 29-сы кеше алкоголизм менән сирләй. Шул уҡ ваҡытта, ирҙәр  биш тапҡырға күберәк.

Алкоголдән үлемдең мөһим күрһәткестәренең береһе  булып, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо айырмаһын да атарға була.  Эскелек проблемаһы булмаған мосолман илдәрендә был күрһәткес, мәҫәлән, 4-5 йыл тәшкил итә. Һыраны күп ҡулланған дәүләттәрҙә был ара уртаса 6-ға, ә шарапҡа өҫтөнлөк биргән, сәнәғәт үҫешкән илдәрҙә 8-гә  тиң. Әммә күңелһеҙ исемлектә беренселекте Рәсәй алып тора: беҙҙә ирҙәр менән ҡатындарҙың ғүмер оҙонлоғо араһы яҡынса 14 йыл тәшкил итә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелек проблемаһы, уның менән нисек кенә көрәшмәһендәр, һаман көнүҙәк булып ҡала. Заманында “ҡоро закон” индереп тә ҡаранылар, әммә алкоголле эсемлектәрҙе ҡәтғи рәүештә тыйып ҡына әллә ни һөҙөмтәгә өлгәшеп булмауына ла инандыҡ. Бының сере үтә ябай: иң тәүҙә йәмғиәттә  йәшәү рәүешенә булған ҡарашты  үҙгәртеү зарур һәм үҙеңдең, яҡындарыңдын яҙмышын билдәләү бары үҙебеҙҙән генә тора.

Һуңғы йылдарҙа был мәсьәләгә дәүләт кимәлендә лә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған  “Демография” милли проектының  да төп маҡсаттары тип ил халҡының һау-сәләмәт ғүмер оҙонлоғон  67 йәшкә еткереү;   тыуымдың суммар коэффициентын бер ҡатынға  1,7 –гә тиклем еткереү;  сәләмәт тормош рәүеше алып барған граждандарҙың һанын арттырыу, физик культура һәм спорт менән системалы шөғөлләнеүселәр һанын 55 процентҡа еткереү тора.

Әйтергә кәрәк, был йәһәттән, Башҡортостандың тотош Рәсәйгә таратырлыҡ тәжрибәһе бар. Һүҙ һуңғы йылдарҙа республикала  уңышлы тормошҡа ашырылған “Айыҡ ауыл” бәйгеһе хаҡында бара.

Бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт-дарман, хуплау уятты. Бәйгенең маҡсатты бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.

Атап әйткәндә, “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелде.

Эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында  ойошторолған “Айыҡ ауыл”  конкурсының кимәле лә бермә-бер күтәрелде, приз фонды ла миллиондарса һумға еткерелде.  2020 йылдағы бәйгелә ҡатнашыу өсөн республика ауылдарынан  йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән.  Конкурс һөҙөмтәләре буйынса,  ауыл-ҡасабаларҙағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, төрлө  категорияларҙа 12 еңеүсе билдәләнде.

Әлеге ваҡытта иһә “Айыҡ ауыл - 2021” конкурсы бара, күптән түгел уның муниципаль этабы тамамланды һәм республика этабы башланды. Дөйөм алғанда, ағымдағы конкурста ҡатнашыу өсөн республиканың  1537  ауылы ғариза биргән, республика этабына  54 ауыл үткән. Улар артабанда көс һынашасаҡ һәм июндә бәйгегә йомғаҡ яһаласаҡ.  Приз фонды тағы ла миллиондарса һум менән иҫәпләнә. Был  финанс саралары, ғәҙәттә, ауылдарҙы төҙөкләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү һәм башҡа файҙалы ғәмәлдәр өсөн тотонола.

Шу уҡ ваҡытта бәйгенең төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡала – кешеләрҙең сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу. Шуныһы шатлыҡлы  - әлеге ваҡытта йәмәғәтселектә сәләмәт тормошҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу бар,  әүҙемлек күтәрелгәне күҙәтелә. Быға Интернет селтәрендә һәм матбуғат сараларында райондарҙа ойошторлған сараларҙың яҡтыртылыуы буйынса күреп торабыҙ (хәҙерге заманда мәғлүмәт йәшен тиҙлегендә тарала). Был проект тап ошо әүҙемлекте дәртләндереүгә йүнәлтелгән, сөнки айыҡ тормош эсеүҙе ташлау тигәнде генә аңламай, был – сәләмәт тормош рәүешен, йәмғиәттәге әүҙемлекте, мәшғүллекте пропагандалау, ғөмүмән, тормошҡа айыҡ ҡараш формалаштырыу ҙа. 

Бәйге барған осорҙа халыҡ араһында  алкоголле эсемлектәрҙе һәм тәмәкене ҡулланыуға, рекламалауға ҡаршы аңлатыу эштәре алып барыла, алкоголь, тәмәке, наркотиктар ҡоллоғона эләккән кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтелә, шулай уҡ, спиртлы эсемлектәрҙе һәм башҡа заралы матдәләрҙең файҙалы яҡтары булыуы тураһындағы уйҙырмаларҙы, ҡалыптарҙы инҡар итеү йәһәтенән мәғлүмәти аңлатыу эштәре алып барыла, сәләмәтлек, һаулыҡ һаҡлау темаларына төрлө саралар ойошторола.

Шулай уҡ, “Айыҡ ауыл”  республика конкурсы сиктәрендә  халыҡҡа психотерапевт, нарколог һәм психолог кеүек белгестәрҙең  һөнәри ярҙамын күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторола, республика халҡының  психиатр-нарколог, психотерапевт һәм психологтарҙан башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультациялар алыу мөмкинлеге лә бар. 

Унан тыш, республиканың мәшғүллек үҙәктәре лә ошо бәйге сиктәрендә халыҡты эшкә урынлаштырыу буйынса аныҡ эштәр башҡара. Мәҫәлән, 2021 йылдың октябренән 2022 йылдың ғинуарына тиклем ошо йәһәттән йөҙҙәрсә гражданға консультация үткәрелгән, тиҫтәләрсә кешеләр эшкә урынлаштырылған, мәғлүмәти ярҙам алған.

Һандарға килгәндә, мәшғүллек үҙәктәренең “ҡыҙыу линия”ларына  ошо айҙарҙа ун меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, ғинуарҙа  ғына – 2040 кеше ( уларҙың 1223 -ө –  ҡатын-ҡыҙҙар, 817-һе – ир-аттар).

Кешеләрҙе тәүге сиратта хеҙмәт баҙарындағы хәл, вакансиялар, белем алыу, һөнәри йүнәлеште үҙгәртеү, социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам алыу, үҙ эшеңде асыу кеүек мәсьәләләр борсой.

Йәштәренә килгәндә, мөрәжәғәт итеүселәр араһында 30 йәшкә тиклемгеләр –  2543, 31 йәштән 49-ғаса –  5335, 50-не уҙғандар – 2257 кеше.

Шулай уҡ,  “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектына ярашлы, йыл дауамында халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү инфраструктураһы яңыртылған. Ошо йәһәттән, баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы, Нефтекама ҡалаһындағы төньяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәктәренә заманға ярашлы ремонт яһалған.

Эйе, халыҡты сәләмәт тормош рәүешенә әйҙәү, уның мәшғүллеген  хәстәрләү, оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү – ошо йүнәлештәр “Демография ” милли  проектының  төп  йүнәлештәре булып тора һәм эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, “Айыҡ ауыл”  конкурсы тураһында төрлө район вәкилдәре урындарҙа башҡарылған аныҡ  эштәр артыуын, халыҡтың был сараға етди ҡарауын, күптәрҙең күңелендә йәшәү рәүешен үҙгәртеүгә теләк һәм дәрт-дарман барлыҡҡа килеүен билдәләй.

Шул уҡ ваҡытта, йәмғиәттә сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, эскелеккә ҡаршы көрәшеү өсөн  күп көс түккән билдәле милләттәшебеҙ, дәүләт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева эште тәүге сиратта йәштәр араһында әүҙем алып барыуға өндәй.

 –  Алкоголь һатып алыу өсөн тейешле йәш кимәле төрлө илдәрҙә 18-21 булып ҡала,  ә Рәсәйҙә, документты күрһәткәндә, 18-ҙән (бәлиғлек) мөмкин. Сит илдәрҙәге хоҡуҡи норма, үҫешкән илдәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, үҫмерҙәрҙең алкоголь ҡулланыуына ҡаршы һөҙөмтәле көрәш сараһы тип билдәләнгән һәм ҡануниәт унда аныҡ эшләй. Мине шул ҡыҙыҡһындыра: республикала күпме һатыусыға бәлиғ булмағандарға алкоголь һатҡаны өсөн штраф һалынған икән? Дуҫтар, ә һеҙ берәй һатыусының ҡулына шешә тотоп торған үҫмерҙән документын һорағанын күргәнегеҙ бармы?

Сит илдәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, алкоголь һатыуҙы ҡыҫҡартыуҙың иң һөҙөмтәле саралары – документтарҙы ҡаты контролдә тотоу, һатыусылар өсөн тренингтар һәм магазиндарҙа даими контроль һатып алыуҙар уҙғарыу. 16-17 йәшлек кадеттарҙы йәлеп итеп контроль һатып алыуҙар үткәргән илдәр үҫмерҙәр, йәштәр араһында алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү буйынса һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәште, шулай уҡ, тәртип боҙоу осрағы асыҡланғанда, штраф һалыу буйынса ла, — тип билдәләй Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

Был йәһәттән ыңғай миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән,  Белорет районы Абҙаҡ ауылының «Сельчанка» магазины хужабикәһе Зилиә Исмәғилева шәхси сауҙа нөктәһендә дүшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан 13 сәғәткә тиклем алкоголь һатыуҙы сикләгән.
“Әлбиттә, табыштың бер өлөшөн юғалттым, — ти Зилиә Ғәфүр ҡыҙы, — әммә аҡса иң мөһиме түгел. Бәлки, кешеләр эш аҙнаһына иҫәп тоторға, балаларға насар өлгө күрһәтмәҫкә күнегеп китер. Үҙемдең дә ғаиләм бар: ҡыҙым өсөнсө класс уҡыусыһы, улым балалар баҡсаһына йөрөй”.
Зилиә Исмәғилева был башланғысты башҡа ауыл магазиндары ла күтәреп алыр,  тип ышана. Айыҡлыҡ йәшәү нормаһына ла әүерһен, ти ул.
Әйткәндәй, Абҙаҡ ауылы йыл һайын тиерлек “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Бында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн бик күп саралар үткәрелә. Зилиә Исмәғилеваның башланғысы ла — ыңғай һәм һөҙөмтәле күренеш.

Эйе, илебеҙҙең киләсәге өмөтлө һәм ныҡлы булһын өсөн, һис шикһеҙ эште йәш быуындан башларға кәрәк. Әммә уларға нимәлер өйрәтер һәм аңлатыр өсөн,  тәүге сиратта, үҙебеҙ йәшәйешебеҙ, булмышыбыҙ, рәүешебеҙ менән уларға һәр йәһәттән өлгө булырға тейешбеҙ.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-03/bary-y-la-ebe-n-tora-2677969?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!
Автор:
Читайте нас: