Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Февраль 2022, 08:25

Ҡараяр ауылына яңы тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды!

Ҡараяр ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы  Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова барлыҡ ауыл халҡы исеменән республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа оло рәхмәттәрен белдерҙе.

Ҡараяр ауылына яңы тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды!
Ҡараяр ауылына яңы тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды!

Республика Башлығы һүҙендә торҙо: Ҡараяр ауылына яңы тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды!
Уҙған йыл аҙағында Радий Фәрит улы Хәбиров Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылына эш сәфәре менән килгәйне. Бында ул яңы клуб асыу тантанаһында ҡатнашты. Урындағы халыҡ менән аралашып алырға ла онотманы Башлыҡ. Ҡараярҙар урман төбәге ауылдары тиҙ ярҙам машинаһына ҡытлыҡ кисереүен билдәләне. Радий Фәрит улы урман зонаһындағы ауылдарға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн яңы юғары йөрөшлө машина ҡайтарыу тураһында күрһәтмә бирҙе.
Машинаны Ҡараярға ҡайтарҙылар! Ул ауырыуҙарға йәки бәләгә тарыусыларға тейешле беренсе ярҙам күрһәтер һәм экстрен рәүештә диагностика үткәрер өсөн иң яҡшы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ҡараяр табип амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы был техниканы ҡыуанып ҡаршыланылар. Ҡараяр ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Солтанова Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы барлыҡ ауыл халҡы исеменән Радий Фәрит улы Хәбировҡа оло рәхмәттәрен белдерҙе. Водителдәр Нурмөхәмәтов Зөлфир,Солтанов Рәүф, Рузыбаев Альберт, Ғәйнетдинов Марстарға уңышлы юлдар ғына теләйек.

Гөлнара Солтанова.

Ҡараяр ауылына яңы тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды!
Ҡараяр ауылына яңы тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды!
Читайте нас: