Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2022, 08:15

Төп маҡсат – ватансылыҡ тәрбиәләү

Экология үҙәгендә балалар Рәсәй күләмендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Төп маҡсат – ватансылыҡ тәрбиәләү
Төп маҡсат – ватансылыҡ тәрбиәләү

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, йәш быуынды гражданлыҡ-ватансылыҡ рухында тәрбиәләү маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) нигеҙендә Стәрлетамаҡ балалар экология үҙәгендә “Йәшәү – Тыуған илгә хеҙмәт итеү!”, “Рәсәйҙең бөйөк полководецтары”, “Беҙгә ҡылыс менән килгән һәр кем ҡылыстан һәләк булыр” дәрестәре үткәрелде.

Шулай уҡ берекмәгә йөрөгән балалар өсөн “Хәрби алыштар тарихы – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлеге” рәсемдәр конкурсы ойошторолдо. Үҙәктә Маршал Г.К. Жуков исемендәге паркка, яугир-интернационалистарҙың һәйкәленә, Мәңгелек утҡа экскурсиялар даими үткәрелә. Уҙған аҙнала ғына “Бергә беҙ – ҙур көс, бергә беҙ – тотош Рәсәй” тигән темаға ватансылыҡ дәресе булды.

Экология үҙәктәре берекмәһе шулай уҡ Ленинград блокадаһын өҙөүгә арналған “Мәңге тереләр ҡалаһы” тигән Бөтә Рәсәй асыҡ дәресендә ҡатнашты. Үҙәк уҡытыусылары билдәләүенсә, бындай саралар Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре, тарихи һәм милли-мәҙәни йолалар нигеҙендә яҡшы үҫешкән һәм социаль яуаплы шәхес тәрбиәләргә булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/214548

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Төп маҡсат – ватансылыҡ тәрбиәләү
Төп маҡсат – ватансылыҡ тәрбиәләү
Автор:
Читайте нас: