Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2022, 08:10

Һәр кем сәләмәт булһын өсөн!

Өс йыл эсендә илдең 84 төбәге 20-100 миллион һумлыҡ күләмдә субсидия аласаҡ.

Һәр кем сәләмәт булһын өсөн!
Һәр кем сәләмәт булһын өсөн!

Рәсәй Хөкүмәте туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡсаны модулле спорт залдары һәм “аҡыллы” спорт майҙансыҡтары төҙөлөшөнә йүнәлтәсәк. Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Эш “Физик культура һәм спорт” дәүләт программаһына ҡараған “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” яңы федераль проекты сиктәрендә атҡарыласаҡ. Хөкүмәттең аҡсалата ярҙамы һөҙөмтәһендә 80-дән ашыу спорт залы һәм 250-нән ашыу “аҡыллы” спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Был заманса, яҡшы йыһазландырылған, һәр килгән кеше шәхси күнекмәләрен планлаштырыу мөмкинлеген булдыра алһын өсөн интернетҡа тоташтырылған урындар буласаҡ.

Өс йыл эсендә илдең 84 төбәге 20-100 миллион һумлыҡ күләмдә субсидия аласаҡ. 2022 йылда – 2,4 миллиард һум,  2023 йылда – 3,3 миллиард һум, 2024 йылда 3,4 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

“Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” яңы федераль проекты Рәсәй Спорт министрлығы тарафынан 2030 йылға тиклем илдең социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик башланғыстары составында эшләнгән. Проект дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ сиктәрендә әүҙем физик культура һәм спорт мөхитен булдырыуҙы күҙаллай. Яҡын һигеҙ йылда, инвесторҙарҙы ҡалаларға һәм ауылдарға йәлеп итеп, физик культура һәм спорт инфраструктуралары эргәлә генә булдырыласаҡ, тип көтөлә. Ә был - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) төп бурыстарының береһе.

Фото: www.instagram.com

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Һәр кем сәләмәт булһын өсөн!
Һәр кем сәләмәт булһын өсөн!
Автор:
Читайте нас: