Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Февраль 2022, 07:55

Бында әсәләрҙе хәстәрләйҙәр

Бала ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатындарға биш мең һум түләнә.

Бында әсәләрҙе хәстәрләйҙәр
Бында әсәләрҙе хәстәрләйҙәр

“БСК” акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан сода компанияһы “Эшләп йөрөгән әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” республика конкурсында беренсе урынды алды. Предприятиела Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә йәш әсәләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Предприятиеның генераль директоры Эдуард Давыдов әйтеүенсә, производствола йәш ярымдан өс йәшкәсә сабыйын тәрбиәләү буйынса отпускыла булған әсәләргә аҡсалата пособие түләнә. Йәш ярымдан ике йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләү буйынса отпускыла булған ҡатындарға биш мең һум түләнә. Ике йәштән өс йәшкәсә бала ҡараған әсәләргә пособие күләме – өс мең һум. Бала тыуғанда ла пособие түләнә.

Төрлө категориялағы, мәҫәлән, яңғыҙ, күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән ҡатындар өсөн льготалар һәм компенсациялар ҡарала. Эшләп йөрөгән әсәләр өсөн “Ольховка” шифахана-профилакторийында “Әсә һәм бала” ғаилә ялы программаһы тормошҡа ашырыла.

– Әсәлек һәм балалыҡ хаҡында хәстәрлек – эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнлеше, – тине Эдуард Малик улы. – Конкурс бер нисә йыл инде уҙғарыла. Уның маҡсаты – эш биреүсенең балалы хеҙмәткәрҙәргә иғтибарын баһалау. Бындай корпоратив программаларҙы милли демографик сәйәсәткә булышлыҡ итеү саралары иҫәбенә индерергә мөмкин.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: sterlitamakadm.ru/news

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Бында әсәләрҙе хәстәрләйҙәр
Бында әсәләрҙе хәстәрләйҙәр
Автор:
Читайте нас: