Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Февраль 2022, 07:55

Уҡыусылар дөрөҫ туҡлана белергә тейеш

Конкурста 8-10-сы класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсе “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә ял итергә барыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Уҡыусылар дөрөҫ туҡлана белергә тейеш
Уҡыусылар дөрөҫ туҡлана белергә тейеш

2021 йылдың 9 декабренән алып 2022 йылдың 15 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһы “Бергәләп эшләйек!” хәрәкәте тарафынан үткәрелгән “Уҡыусыларҙың сәләмәт туҡланыуы” халыҡ-ара социаль акцияһында ҡатнаша. Координация советы рәйесе – Онищенко Геннадий Григорьевич.

“Уҡыусыларҙың сәләмәт туҡланыуы” – халыҡ-ара социаль акция, уның бурысы – сәләмәт туҡланыуға һәм уҡыусыларҙа, уларҙың ата-әсәләрендә әүҙем йәшәү рәүеше алып барыуға ихтыяж булдырыу.

БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы һәм республиканың башҡа ҡыҙыҡһынған ведомстволары вәкилдәрен индереп, “Бергәләп эшләйек!” хәрәкәтенең төбәк штабы булдырылды.

“Уҡыусыларҙы сәләмәт туҡланыуы” акцияһы сиктәрендә 8-10-сы класс уҡыусыларының “Лидер булырға ваҡыт” конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүсе “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә ял итергә барыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда “Бергәләп эшләйек” хәрәкәте акцияһында ҡатнашыу өсөн 61 белем биреү учреждениеһынан 133 өлкән класс уҡыусыһы теркәлгән.

Йәш быуындың сәләмәтлеген ҡайғыртҡан бындай саралар ил Президенты В.В. Путин ҡул ҡуйған май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектын (национальный проект “Образование”) тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.  

Фото: kameshkir.pnzreg.ru

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Уҡыусылар дөрөҫ туҡлана белергә тейеш
Уҡыусылар дөрөҫ туҡлана белергә тейеш
Автор:
Читайте нас: