Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Февраль 2022, 08:05

Билән ауылында юл буйы кафеһы төҙөлә

"Яңы Балаҡатай – Билән – Перевоз юлында кафе асыу ниәте күптән барлыҡҡа килгәйне..." #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Билән ауылында юл буйы кафеһы төҙөлә
Билән ауылында юл буйы кафеһы төҙөлә

Балаҡатай районы хакимитенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Альберт Шафиҡов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Уның барышында Билән ауылында юл буйы кафеһы төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. Эш, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проектына ярашлы Илфат Мөхәрәмов тарафынан башҡарыла.

“Әле Билән ауылында кафелар асылмаған, тимәк, был йәһәттән конкуренттар ҙа юҡ. Яңы Балаҡатай – Билән – Перевоз юлында кафе асыу ниәте күптән барлыҡҡа килгәйне, һәм бына быйыл ошо хыялымды тормошҡа ашырмаҡсы булдым. 15 урынлыҡ кафенан тыш, бинаның икенсе ҡатында ике ҡунаҡхана номеры асырға, бер аҙҙан мунса төҙөргә теләйем. Бында килгән кеше тамаҡ ялғап, рәхәтләнеп ял итеп сығырға тейеш”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Илфат.

Күсмә кәңәшмәлә шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыуҙың арауыҡтағы йомғаҡтары, төҙөлөштө тамамлау срогы, шулай уҡ автотранспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү пунктын асыу планы тикшерелде. Яуаплы кешеләргә проектҡа булышлыҡ итеү йәһәтенән күрһәтмәләр бирелде.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: belokatai.bashkortostan.ru/presscenter/news/426630/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас: