Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2022, 09:10

Тестар сифатлы булһын өсөн

Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы ПЦР тестар үткәреү өсөн яңы ҡорамал алды.

Тестар сифатлы булһын өсөн
Тестар сифатлы булһын өсөн

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, республикала медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә. Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы ПЦР тестар үткәреү өсөн яңы ҡорамал алды.

Амплификаторҙар һәм термоциклерҙар –  ПЦР ысулын файҙаланып, ДНК фрагменттары копиялары һанын арттырыу  өсөн махсуслаштырылған ҡорамалдар. Был приборҙар билдәләнгән ваҡыт һәм температура күрһәткестәре буйынса пробиркаларҙың цикл рәүешендә йылыныуын һәм һыуыныуын тәьмин итә.

– Яңы ҡорамалды файҙаланып, эш сифатына зыян килтермәйенсә,  беҙ эшкәртелеүсе биоматериалдар һанын арттырабыҙ. Әлеге ваҡытта был мәсьәләнең көнүҙәклеге билдәле, ПЦР-тестарҙы тиҙ һәм сифатлы үткәреү өсөн мөмкинлек артты,– ти 21-се дауахананың клиник-диагностик лабораторияһы мөдире Гүзәл Утарбаева.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-30/testar-sifatly-bul-yn-s-n-2673446
Автор:
Читайте нас: