Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Ғинуар 2022, 09:15

Ипотека электрон форматта башҡарыласаҡ

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы һәм Һаҡлыҡ банкының “Домклик” сервисы банктың бөтә ипотека килешеүҙәрен электрон форматҡа күсерергә булды. 

Ипотека электрон форматта башҡарыласаҡ
Ипотека электрон форматта башҡарыласаҡ

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы һәм Һаҡлыҡ банкының “Домклик” сервисы банктың бөтә ипотека килешеүҙәрен электрон форматҡа күсерергә булды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Ике яҡлы һөйләшеүҙәр барышында шулай уҡ Башҡортостанда 2021 йылда күсемһеҙ мөлкәт тураһындағы документтар өлкәһендәге һанлы технологиялар буйынса берлектәге эшмәкәрлеккә йомғаҡ та яһалды, республикала ипотеканы теркәүҙең сифатын яҡшыртыу һәм теркәү ваҡытын ҡыҫҡартыу буйынса фекер алышыу ҙа барҙы.

“Беҙҙең төбәк граждандары күсемһеҙ мөлкәт һатып алғанда банк сервистарын әүҙем файҙалана.  “Росреестр”ҙың электрон теркәү сервистары менән интеграциялау иҫәбенә килешеүҙәр төҙөүгә ваҡыт аҙыраҡ китә. Шулай уҡ клиенттарға “Росреестр” офистарына барып йөрөүҙең кәрәге лә ҡалмай”, – тине идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Марина Матынова.

2021 йылда Башҡортостан буйынса “Росреестр” торлаҡ һәм коммерцяи биналарына ҡарата 115,6 мең килешеүҙе теркәгән, уларҙың 52 проценты электрон формала башҡарылған.

Фото: yandex.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-30/ipoteka-elektron-formatta-bash-arylasa-2673430
Читайте нас: