Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринмательской инициативы”) нигеҙендә дәүләт комитеты бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектын социаль предприятие тип таныуға ғаризалар һәм документтар ҡабул итә.
– Республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү ҙур социаль һәм иҡтисади әһәмиәткә эйә була бара, яңы эш урындары асыуға булышлыҡ итә. Социаль предприятие статусын алған йүнселлек субъекттары дәүләт ярҙамы сараларына, шул иҫәптән гранттарға, бушлай белем биреү һәм акселерация программаларында ҡатнашыуға иҫәп тота ала, – тине республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Социаль предприятие статусын алырға йәки раҫларға теләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына тейешле документтар пакетын тапшырырға кәрәк. Социаль предприятие статусын раҫлау өсөн документтар – 1 майға, ә социаль предприятие статусын алыуға 31 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Документтарҙы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына (450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 342-се бүлмә, тел.: 8(347) 218-08-26), Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәгенә (Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 44/6, 6-22-се бүлмә, тел.: 8(347) 264-62-90, сайты: https://ciss-rb.ru/, электрон почтаһы: mail@ciss-rb.ru) тапшырырға мөмкин. “Минең бизнесым” үҙәктәрендә документтарҙы тултырыу буйынса ярҙам күрһәтелә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news