

Фирүзә һәм Илшат Хәлиловтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы – Борай районының уңышлы эшләгән хужалыҡтары иҫәбендә. Улар “Агростартап” программаһында ҡатнашып, грант аҡсаһына герефорд тоҡомло башмаҡтар һәм Беларус тракторы алалар.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Хәлиловтар ит етештерә. 2019 йылдан итте мәктәп туҡланыуы өсөн дә тапшыра, тип хәбәр итә Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Бөгөн хужалыҡта 85 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. Хужалыҡтың фермалары, мал һуйыу пункты, машина-трактор оҫтаханаһы, техникаһы бар. 100 гектар майҙанда – күп һәм бер йыллыҡ үләндәр, 300 гектар ерҙә иген культуралары үҫтерәләр. Киләсәктә яңы ферма төҙөргә, мал һанын арттырырға – ниәттәре.
“Агростартап” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә эшләй.
Фото – Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.