Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
18 Ғинуар 2022, 04:00

Спорт мәктәптәре 52,6 миллион һум алды

Спорт учреждениеларының матди-техник базаһы ярайһы уҡ яҡшырҙы.  

Спорт мәктәптәре 52,6 миллион һум алдыСпорт мәктәптәре 52,6 миллион һум алды
Спорт мәктәптәре 52,6 миллион һум алды

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр Башҡортостандың Спорт министрлығы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә 23 муниципаль спорт мәктәбе өсөн спорт ҡорамалы, экипировка һәм инвентарь һатып алыуға 52,6 миллион һум аҡса бүлгән.

Был аҡсаға олимпия резервындағы “Спартак” спорт мәктәбенең ҡаяға үрмәләү бүлеге өсөн тренажерҙар комплексы (кампус-борд һәм мунборд), олимпия резервындағы 1-се спорт мәктәбе өсөн конькиҙар һатып алынған. Ике спорт мәктәбендә (1-се һәм М.М. Азаматов исемендәге 3-сө урта мәктәптә) – конькиҙы үткерләү өсөн станоктар, өс мәктәптә (“Геркулес”, 12-се һәм 22-се урта мәктәптәрҙә) татами һатып алдылар. 28-се спорт мәктәбендә байдаркала һәм каноэла шөғөлләнеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.

– Инвентарь һәм ҡорамалдар һатып алып, спорт учреждениеларының матди-техник базаһын ярайһы уҡ яҡшырттыҡ, – тине Өфөнөң Физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Егор Сорокин. – Бынан тыш, былтырҙан милли проект нигеҙендә бүленгән аҡсаны спортсыларҙың күнекмәләрен ойоштороуға йүнәлтергә мөмкин. Уҙған йылда бындай сараларҙа Өфө спорт мәктәптәренән 262 бала ҡатнашҡан.

Бүленгән аҡсанан тыш, 13-сө “Алиса” спорт мәктәбенә – “Форд” микроавтобусы, 14-се һәм “Өфөлө” спорт мәктәптәренә күнекмәләр өсөн ҡорамалдар тапшырылған.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press/news/436445.html

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/206381

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас