Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
18 Ғинуар 2022, 04:05

“АгроМ” яңы сауҙа нөктәләре асырға ниәтләй

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә.

“АгроМ” яңы сауҙа нөктәләре асырға ниәтләй“АгроМ” яңы сауҙа нөктәләре асырға ниәтләй
“АгроМ” яңы сауҙа нөктәләре асырға ниәтләй

Яңауыл районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, район етәкселеге аҙна һайын бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре менән осраша. Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өр-яңы бизнес идеяларҙы, проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын, финанслау сығанаҡтарын һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә.

Сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә «АгроМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Рудольф Шәрәфетдинов ҡатнашты. Предприятие 2006 йылдан иген культуралары үҫтереү, һөт һәм башҡа һөт ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнә. Продукция Яңауыл ҡалаһындағы фирма магазиндары аша һатыла. Быйыл йүнсел һөт, ит, икмәк ризыҡтары һатыу күләмен арттырыу маҡсатында Яңауылда яңы сауҙа нөктәләрен асырға ниәтләй.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ер участкалары һайлау, стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу, магазин асыу буйынса фекер алышты. Хакимиәт башлығы Илшат Вәзиғәтов объекттарҙы урынлаштырыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

– Объекттарҙы алдан планлаштырып асыу әүҙем сауҙаға булышлыҡ итәсәк, – тине Илшат Әғзәм улы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: yanaul.bashkortostan.ru/presscenter/news/423339/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/206447

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас