

Урындағы хөрмәтле ағинәйҙәр тырышлығы менән ауыл клубы методисы Гөлнара Шәйхинурова һәм ауыл китапханаһы мөдире Ләйсән Ғәлимйәнова етәкселегендә шундай күркәм сара уҙҙы. Улар саналар тарихы тураһында бик матур викторина, йомаҡтар, ҡыҙыҡлы биремдәр әҙерләй. Дөрөс яуап биреүселәргә приздар тапшырыла.
Байрам уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп бара. Һәр кем матур итеп биҙәп, саналар алып килә: ағас һәм тимер саналар, тюбинг, хатта ат санаһы ла бар!
Был матур сараны музыкаль яҡтан Илһам Шакиров биҙәй.
Наилә Имаева.