Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
11 Ғинуар 2022, 03:10

Яугилделәр клуб асырға әҙерләнә

Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр яңы клубтың эсен һәм тышҡы биләмәһен тәртипкә килтерҙе.

Яугилделәр клуб асырға әҙерләнәЯугилделәр клуб асырға әҙерләнә
Яугилделәр клуб асырға әҙерләнә

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, Ҡариҙел районының Яугилде ауылында яңы клуб асыуға әүҙем әҙерлек бара.

Ошо көндәрҙә район мәҙәниәт йорто директоры Мирза Тәфкил улы Хөсәйенов етәкселегендәге бер төркөм хеҙмәткәрҙәр яңы клубтың эсен һәм тышҡы биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Күрше Тайҡаш ауыл мәҙәниәт йорто, Әртәкүл, Иҫке Иткүсте һәм Әбүталип ауыл клубтарының хеҙмәткәрҙәре коллегаларына дәррәү ярҙам итте. Район мәҙәниәт йорто директоры Мирза Хөсәйенов ярҙам өсөн уларға ҙур рәхмәт белдерҙе. “Ошондай “ҡыҙыу осорҙа” ваҡыт һәм мөмкинлек табып, ярҙам ҡулы һуҙған күршеләргә ҙур рәхмәт”, – тине ул.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/204058

Сығанаҡ: srk.nationalpriority.ru/press_releases/204058

Автор:Лилия Давлетбакова
Яугилделәр клуб асырға әҙерләнә
Яугилделәр клуб асырға әҙерләнә
Автор:
Читайте нас