

1 февралдә Башҡортостандың Милли музейында рәссам Евгения Васильеваның (EVA) “Бөрйән бал ҡорто” тип исемләнгән күргәҙмәһе асыла.
“Бөрйән бал ҡорто” проекты скульптураһы, графикаһы, фотолары кешене икенсе ысынбарлыҡҡа күсерергә ынтыла. Унда үҙҙәре һәм башҡалар өсөн файҙалы әйберҙәргә иғтибар йүнәлткән бал ҡорттары кеүек тырышлыҡ ярҙамында ҡиммәттәргә өлгәшергә, хәҡиҡәтте асыҡларға мөмкин.
Юғары интеллектҡа эйә булған Бөрйән бал ҡорто етеш тормош һәм сәскә атыу билдәһенә, кешелекте сыҙамлы эшһөйәрлеккә, рухи камиллыҡҡа әйҙәгән изге йәнлеккә әүерелә. Бал ҡорттары күсе идеаль йәмғиәт билдәһе кеүек. Унда һәр кем берҙәмлеккә әлеге ваҡытта кәрәкле үҙ мәсьәләһен тормошҡа ашыра.
Үҙ тормошо өсөн ҡырыҫ климатты һайлаған Бөрйән бал ҡорто ҡаты тәбиғи һайлауҙы үткән, ҡышҡа сыҙамлылыҡ, ышаныслылыҡ, ағастарҙа оя эшләү белеү кеүек ғәҙәти булмаған сифаттарға өлгәшкән. “Бөрйән бал ҡорто” проекты Башҡортостан тәбиғәте һәм йолалары бирә алған көс сығанағын дәлилләй.
Евгения Васильева (EVA) – Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй рәссамдарының ижади союзы ағзаһы, Рәсәй Почет ордены кавалеры. Евгения Васильева М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын, Британия сәнғәт һәм дизайн юғары мәктәбен, Санкт-Петербург дәүләт университетының юридик факультетын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған.
Был күргәҙмә республиканың Мәҙәниәт министрлығы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультеты ярҙамында ойошторола һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары ярҙамында барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан