

Башҡортостанда 2021 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 387 саҡрымдан ашыу юл нормаға килтерелгән. Был маҡсатҡа 8,8 миллиард һум аҡса бүленгән, уның 1,7 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе тип Ағиҙел аша күперҙе атарға була. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһында Парк урамындағы капиталь ремонт ваҡытынан алда тамамланды. Төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙа ҙур эштәр башҡарылды, 234 саҡрым юлға асфальт-бетон япмаһы һалынды, тип хәбәр итә Федераль юл агентлығының “ИНФОРМАВТОДОР” Автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһының матбуғат хеҙмәте.
Республикала 20 мең юл билдәһе, 30 мең сигнал бағанаһы, 28,9 мең барьер кәртәһе ҡуйылған, 4,8 мең погонлы метр йәйәүлеләр юлы кәртәләнгән, 2 мең километр юлға билдә һыҙылған.
Бынан тыш, үткән йылда ун автоматик ауырлыҡ үлсәү пункты ҡуйылған, улар 2022 йылдың ғинуарында эшләй башлай.
Быйыл милли проект сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 255 саҡрым тәшкил иткән 167 объектты ремонлау ҡарала.
Фото – Федераль юл агентлығының “ИНФОРМАВТОДОР” Автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы.