

Яңы йыл алдынан районыбыҙҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект "Жилье и городская среда", "Формирование комфортной городской среды"), етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды.
Үҙ фатирың булыу – ҙур бәхет! 2021 йыл башынан Балтас районында 7 етем бала торлаҡлы булды. Йәш ауылдаштарыбыҙға именлек теләйек! Тормошта уларға бәхет һәм уңыштар юлдаш булһын!
Гөлназ Ғәлләмова.