

Октябрьский ҡалаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы алынған магнит-резонанс томографы эшләй башланы. 104,5 миллион һумлыҡ ҡорамалда тикшереү үтеү дауахана пациенттары өсөн бушлай.
– Яңы ҡорамал беҙгә тикшереүҙәрҙе заманса кимәлдә башҡарырға ярҙам итәсәк. Юғары класлы томограф ағзаларҙағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә, бәләкәй генә шештәрҙе лә асыҡларға ярҙам итәсәк. Томограф табиптарҙың уң ҡулы буласаҡ,–тине дауахананың баш табибы Сергей Иванов.
Магнит-резонанс томографияһы ысулдары онкология сирҙәрен иртә осорҙа асыҡларға, дауалауҙың тәьҫирлелеген контролләргә, хирургик әмәлдәрҙе һәм нур терапияһын планлаштырырға ярҙам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.