Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ноябрь 2021, 12:39

Юлсыларға ярҙамсылар килде

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан #Башкиравтодор#новаятехника

Юлсыларға ярҙамсылар килде
Юлсыларға ярҙамсылар килде

“Башкиравтодор” йәмғиәте махсус техника паркын яңыртыуын дауам итә. Кисә предприятиеның автомобиль паркы тағы ла һигеҙ яңы юл машинаһы менән тулыланды, йәғни автогрейдерҙар, экскаватор-тейәгестәр һәм “Bobcat” бәләкәй тейәгес алынған.

Был техникаларҙың барыһы ла райондарға һәм ҡалаларға оҙатылды, хәҙер улар йыл әйләнәһенә файҙаланыласаҡ. Юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтары начальниктарына документтарҙы теркәп, техниканың эшкә сығыуын ойоштороу ғына ҡалған.  

– Әлегә барлыҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтарының бөтәһен дә яңы юл машиналары менән тәьмин итә алмайбыҙ. Был эште планға ярашлы алып барабыҙ. Әгәр 2021 йылға йомғаҡ яһаһаҡ, әле 100 берәмек техника алғанбыҙ. Улар араһында асфальт йәйгес, юл фрезалары, тейәгестәр, юл тигеҙләгес машиналар, еңел автомобилдәр һәм башҡалар. Киләһе йылға ла ҙур пландар ҡорғанбыҙ, – тип уртаҡлаша социаль селтәрҙә “Башкиравтодор” предприятиеһының генераль директоры Илдар Юланов.

Әйтергә кәрәк, предприятиеның техникаһын яңыртыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: социаль селтәрҙән.

 

 
Юлсыларға ярҙамсылар килде
Автор:Рәмилә Мусина
Юлсыларға ярҙамсылар килде
Юлсыларға ярҙамсылар килде
Автор:
Читайте нас: