Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ноябрь 2021, 16:03

Илтуғандарға – шәп бүләк!

Барыһы ла бындай сығымдарға йөрьәт итә алмай #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Илтуғандарға – шәп бүләк!
Илтуғандарға – шәп бүләк!

Етеп килгән Яңы йыл байрамы алдынан Ҡырмыҫҡалы районының Илтуған ауылы балаларына бына тигән шәп бүләк яһанылар. Бәләкәй ауылдарҙа ошондай шәп майҙансыҡтың барлыҡҡа килеүе – үҙенә күрә ҙур ҡыуаныс ул.

Әйткәндәй, иртәгә – Бөтә донъя бала көнө. Бына ошо дата алдынан да бындай объекттың сафҡа инеүе бик үҙенсәлекле булды. Хәҙер бәләкәй илтуғандар кинәнеп бәүелсәктә бәүеләсәк, унаясаҡ бында. Тик бына барлыҡ ауыл биләмәләре хакимиәттәре лә бындай эште атҡарып сыға алмай: финанс мөмкинлектәр сикле. Ә бына Илтуған ауылында йәшәгәндәргә уңыш йылмайҙы: улар Иҫке Муса ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашты һәм еңеп сыҡты. Республика бюджетынан өҫтәмә аҡса алынғас, мәҙәниәт йорто эргәһендә резина япмалы бына тигән балалар майҙансығы хасил булды. Ә бындай объекттарҙың барлыҡҡа килеүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндый “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова

Илтуғандарға – шәп бүләк!
Илтуғандарға – шәп бүләк!
Автор:
Читайте нас: