Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2021, 21:13

Затон халҡы түҙемһеҙлек менән көтә

Өфөнө үҫтереү буйынса генплан проектына ярашлы, бында өс күпер, 42 километр автомобиль юлы, яңы торлаҡ комплекстары барлыҡҡа киләсәк.

Затон халҡы түҙемһеҙлек менән көтә
Затон халҡы түҙемһеҙлек менән көтә

Затон биҫтәһендә яңы поликлиника төҙөлөшө дауам итә. Стеналар һалыу менән бергә объектта эске биҙәү эштәре башланған. Ҡайһы бер кабинеттар плиткалар менән көпләнгән.

Бындай заманса поликлиника төҙөлөүен биҫтә халҡы күптән көтә. Микрорайон йылдам үҫешәсәк, перспективалы район. Өфөнө үҫтереү буйынса генплан проекты буйынса, бында өс күпер, 42 километр автомобиль юлы, яңы торлаҡ комплекстары барлыҡҡа киләсәк. Тимәк, социаль объекттар –мәктәп, балалар баҡсаһы һәм поликлиникалар буласаҡ.

Подряд ойошмаһының баш инженеры Сергей Бобб әйтеүенсә, монолит эштәре тамамланыуға бара. Поликлиника төҙөлөшө бер йыл элек башланғайны. Ул өс блоктан торасаҡ: өлкәндәр өсөн поликлиника, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары. Һәр береһенең айырым инеү урыны буласаҡ. Сменаһына 900 кешене ҡабул итеү планлаштырыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге эвеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Затон халҡы түҙемһеҙлек менән көтә
Затон халҡы түҙемһеҙлек менән көтә
Автор:
Читайте нас: