Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2021, 21:10

Тәбиғәтте һәм туристарҙы хәстәрләп

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тәбиғәтте һәм туристарҙы хәстәрләп
Тәбиғәтте һәм туристарҙы хәстәрләп

“Ирәмәл” тәбиғәт паркына Учалы яғынан илткән һуҡмаҡҡа ағас түшәмә һалыу эштәре тамамланды.

 
Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиның май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Ошо бурыстарға ярашлы, күптән түгел “Ирәмәл” тәбиғәт паркына Учалы яғынан илткән һуҡмаҡҡа ағас түшәмә һалыу эштәре тамамланды. Киләһе йыл Белорет районы яғы маршруты буйлап та ете шишмә аша 1,2 километр ағас түшәмә һалыу планлаштырыла.

“Барыһы ла төбәгебеҙҙә туризмды үҫтереү, тәбиғәттең үҙенсәлектәрен, матурлығын һаҡлау бурыстарына нигеҙләнгән. Әлеге антропоген баҫымды кәметәсәк һәм туристарға һаҙлыҡ урындарҙан үтеүҙе еңеләйтәсәк. Шул уҡ ваҡытта проекттың маҡсаты – тупраҡ ҡатламын, шулай уҡ үҫемлектәрҙең төрлөлөгөн һаҡлау”, - тип аңлатма бирҙе махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡов.

Ағас түшәмәләр дирекция тарафынан “Матур донъяла – матур балалар” хәйриә фонды ойошторған конкурста еңгән бер миллион һумлыҡ грант аҡсаһына төҙөлә.

Фото: “Ирәмәл” тәбиғәт паркы сайты.

 
 
Автор:Римма Султанова
Тәбиғәтте һәм туристарҙы хәстәрләп
Тәбиғәтте һәм туристарҙы хәстәрләп
Автор:
Читайте нас: