Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Октябрь 2021, 09:20

"Миловка паркы" балалар баҡсаһына эйә булды

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Миловка паркы" балалар баҡсаһына эйә булды
"Миловка паркы" балалар баҡсаһына эйә булды

Республика көнө алдынан "Миловка паркы" микрорайоны халҡы күптән көтөлгән бүләк алды – 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды

 
 
"Миловка паркы" балалар баҡсаһына эйә булды

Республика көнө алдынан "Миловка паркы" микрорайоны халҡы күптән көтөлгән бүләк алды – 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды
Матур, уңайлы, заманса итеп төҙөлгән мәктәпкәсә учреждениела балаларҙың төрлө яҡлап үҫешеүе өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
"Совушка" тип аталған балалар баҡсаһын асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры А.Хажин, Өфө районы хакимиәте башлығы В.Угаров һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.
Мәҙәниәт министры Миловкалағы был яңы балалар баҡсаһының республикала һуңғы айҙарҙа төҙөлгән иң мөһим социаль объекттарҙың береһе икәнен билдәләп үтте. В.Угаров әйткәненсә, Өфө районы, баш ҡалаға ныҡ яҡын урынлашҡан төбәк булараҡ, йылдан-йыл күберәк кешеләрҙе йәшәргә килергә ылыҡтыра. Был йәшәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҡарата, айырыуса кескәйҙәргә ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яуаплылыҡты ла бермә-бер арттыра.
Көнкүрештәге иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – халыҡты, балаларҙы мәктәптәр һәм мәктәпкәсә учреждениелар менән тәьмин итеү. Был мәсьәлә республиканың "Демография" милли проектында ҡатнашыуы арҡылы уңышлы хәл ителеп килә. Был проект – дәүләт президенты В.В.Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән, халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән күп һанлы проекттарҙың береһе.

Фото: ufimnivy.ru, социаль селтәрҙәр

"Миловка паркы" балалар баҡсаһына эйә булды
"Миловка паркы" балалар баҡсаһына эйә булды
Автор:
Читайте нас: