Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Октябрь 2021, 09:17

Кәсепсе оҫталарҙың беренсе каталогы булдырыла

Башҡортостан кәсепселәре тауарҙарының беренсе каталогы йыл аҙағына тиклем сығырға тейеш.

Кәсепсе оҫталарҙың беренсе каталогы булдырыла
Кәсепсе оҫталарҙың беренсе каталогы булдырыла

Башҡортостан кәсепселәре тауарҙарының беренсе каталогы йыл аҙағына тиклем сығырға тейеш.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты хәбәр иткәнсә, баҫманың электрон версияһы йыл һайын тулыландырылып барасаҡ. Бында оҫталарҙың шөғөлө, улар менән бәйләнешкә сығыу юлдары, эшләгән әйберҙәрен һүрәтләп яҙыу ҡаралған. Каталогҡа инә торған эштәр үҙенсәлекле, мөмкин тиклем боронғоға яҡын итеп эшләнгән, художество һәм эстетик йәһәттән матур булырға тейеш.
Каталогҡа 70 -ләп оҫтаның эштәре бушлай индерелә. Уны Башҡортостандың халыҡ-художество кәсептәре үҙәге төҙөй. Был йыйынтыҡ республика халҡы һәм ҡунаҡтарына социаль селтәрҙәр аша кәсепсе оҫталарҙың эштәре менән танышырға, оҡшаған тауарҙарға заказ бирергә ярҙам итер, тип көтөлә. Оҫталар иһә бер-береһе менән танышыу, эшлекле бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеген ала.
Был файҙалы ҡулланма кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса милли проектҡа ярашлы сығарыла. Ул ил Президенты В.В. Путиндың май указдары арҡылы халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә бәйле бойомға ашырыла башлаған күп һанлы милли проекттарҙың береһе.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәғлүмәт: Башинформ, фото: veteranrb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Кәсепсе оҫталарҙың беренсе каталогы булдырыла
Кәсепсе оҫталарҙың беренсе каталогы булдырыла
Автор:
Читайте нас: