Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2021, 10:17

Сауҙа ла итәләр, хәйриә ярҙамы ла күрһәтәләр

Был икмәкхана – район биләмәһендәге аҙыҡ-түлек етештергән ҙур предприятие – “Туймазы” аграр сәнәғәт комплексының тағы  бер филиалы.

Сауҙа ла итәләр, хәйриә ярҙамы ла күрһәтәләр
Сауҙа ла итәләр, хәйриә ярҙамы ла күрһәтәләр

14 сентябрҙә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Валерий Белов Туймазы районындағы яңы “Башаҡ” икмәкханаһын асыуҙа ҡатнашты.

Был икмәкхана – район биләмәһендәге аҙыҡ-түлек етештергән  “Туймазы” аграр сәнәғәт комплексының тағы  бер предприятиеһы. Инвестициялар күләме 65 миллион һум тирәһе тәшкил иткән.

- Был – яҡшы күрһәткес, сөнки яңы етештереү – инвестициялар һәм яңы эш урындары ғына түгел, Туймазы һәм эргә-тирәләге райондар өсөн сифатлы продукция ла. Шуныһы үҙенсәлекле, предприятие үҙенең берәмтәләп сауҙа итеү селтәрен дә онотмай. Уның аша “Туймазы” аграр сәнәғәт комплексының 80 процент – 500 төр – аҙыҡ-түлеге һатыла. Бөгөн “АлмА” сауҙа селтәре 21 магазиндан тора, - тип белдерҙе Валерий Белов.

Коронавирус пандемияһы осоронда, ковид госпиталь эшләгән тәүге көндәрҙән алып, “Туймазы” аграр сәнәғт комплексы пациенттарҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен минераль һыу менән тәьмин итте һәм итә, шулай уҡ Туймазы районында үткәрелгән мәҙәни, спорт һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда хәйриә ярҙамы күрһәтә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Сауҙа ла итәләр, хәйриә ярҙамы ла күрһәтәләр
Сауҙа ла итәләр, хәйриә ярҙамы ла күрһәтәләр
Автор:
Читайте нас: