Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2021, 10:11

Етенсе пункт сафҡа инде

Мәсетле районының Тәкә ауылында яңы  модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Етенсе пункт сафҡа инде
Етенсе пункт сафҡа инде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Мәсетле районының Тәкә ауылында яңы  модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул — ошо программаға ярашлы төҙөлгән объекттарҙың етенсеһе.

Бында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә эшләү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Прививка һәм процедуралар кабинеттары, өлкәндәрҙе ҡабул итеү һәм дарыуҙарҙы һаҡлау өсөн бүлмәләр тейешенсә йыһазландырылған. Учреждениела тәүге медик-санитар ярҙам, шулай уҡ кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, анализдар биреү мөмкинлеге бар.

Медицина учреждениеһын асыу тантанаһына килгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Әхмәтшин, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов, Ростов ауыл советы башлығы Ирек Ғәлимов  ауыл халҡын күңелле ваҡиға менән ҡотланы һәм проектты тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергән һәр кемгә  рәхмәт белдерҙе. Ошонда 36 йыл ауылдаштарын дауалаған фельдшер Нурания Минибаева яңы көс-дәрт менән эшкә тотондо.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Етенсе пункт сафҡа инде
Етенсе пункт сафҡа инде
Автор:
Читайте нас: