Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Сентябрь 2021, 14:18

Төп эште быйыл тамамларға ниәтләйҙәр

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төп эште быйыл тамамларға ниәтләйҙәр
Төп эште быйыл тамамларға ниәтләйҙәр

Өфөлә Ибраһимов бульварын төҙөкләндереү дауам итә. Мәғлүм булыуынса, эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Ремонт күләмле булғанға күрә ике йылға һуҙылырға тейеш. Муниципаль килешеүгә ярашлы эштең тамамланыу ваҡыты – 2022 йылдың IV кварталы. Әммә юлсылар бульварҙы ремонтлау буйынса төп эш күләмен быйыл тамамларға ниәтләй. Әле тротуарҙар төҙөкләндерелә, борт таштары ҡуйыла, урам саттарына асфальт түшәлә.

Әйткәндәй,  ҡайһы берәүҙәр Пархоменко урамы менән Ибраһимов бульвары киҫешкән ерҙә тротуарҙың ҡыҫынҡы булыуына зарлана. Ләкин эшселәр юлды норматив хәлгә килтереү өсөн бындай ғәмәлдәрҙең мотлаҡ кәрәклеген билдәләй һәм йәйәүлеләрҙән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.

Фото: ufacity.info/press/news/416771.htm

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Төп эште быйыл тамамларға ниәтләйҙәр
Төп эште быйыл тамамларға ниәтләйҙәр
Автор:
Читайте нас: