Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Август 2021, 10:13

Талбазыла спорт һәм ял паркы төҙөкләндерелде

Хәҙер паркта яңы уйын ҡаласығы, балалар өсөн аттракциондар төҙөлгән. Шулай уҡ спорт өсөн урам тренажерҙары, универсаль майҙансыҡ, кейем алмаштырыу бүлмәләре, тамашасылар өсөн трибуналар бар. 

Талбазыла спорт һәм ял паркы төҙөкләндерелде
Талбазыла спорт һәм ял паркы төҙөкләндерелде

Ауырғазы районының үҙәге Талбазыла йәнә бер йәмәғәт киңлеге – Софиполь биҫтәһендәге парк – төҙөкләндерелде. Элек был урын айырым бер ауыл булған, 1983 йылда район үҙәгенә ҡушылған.

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, паркта яңы уйын ҡаласығы, балалар өсөн аттракциондар төҙөлгән. Шулай уҡ спорт өсөн урам тренажерҙары, универсаль майҙансыҡ, кейем алмаштырыу бүлмәләре, тамашасылар өсөн трибуналар бар. Парк яҡтыртыла, онлайн-трансляциялы видеокүҙәтеү камералары, туҡталҡа, бәҙрәфтәр ҡуйылған. Матур итеп йәйәүлеләр юлы түшәлгән, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Әле төҙөүселәргә универсаль майҙансыҡта резина япманы түшәп бөтөргә ҡалған. Проект буйынса паркты йәшелләндереү ҙә ҡаралған.

Паркты финанслау “Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Билдәле булыуынса, ошо һәм башҡа милли проектар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған. Әйткәндәй, быға тиклем районда ошо уҡ программа буйынса йәнә ике парк яңыртылған булған.

Эштәрҙе “Аургазымонтажсервис” һәм Өфөнөң “СМ технологии” компаниялары башҡарған.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Талбазыла спорт һәм ял паркы төҙөкләндерелде
Талбазыла спорт һәм ял паркы төҙөкләндерелде
Автор:
Читайте нас: