Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Август 2021, 10:15

Сергей Шойгу яҡташыбыҙға миҙал тапшырҙы

Эдуард Сәйфуллин бер урында 35 йылдан ашыу хеҙмәт итә һәм уның эшенә ҡарата бер тапҡыр ҙа дәғүә булмаған.

Сергей Шойгу яҡташыбыҙға миҙал тапшырҙы
Сергей Шойгу яҡташыбыҙға миҙал тапшырҙы

Эдуард Сәйфуллин Ишембай ҡалаһындағы “Витязь” заводында эшләй. Ул – Рәсәй оборона-сәнәғәт комплексының күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн юғары баһа алған туғыҙ вәкиленең береһе.

Рәсәй Оборона министрлығының “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын яҡташыбыҙға илдең хәрби ведомствоһы етәксеһе Сергей Шойгу тапшырҙы. Эдуард Сәйфуллин предприятиела 35 йылға яҡын эшләй. Ул программа менән идара ителеүсе станоктарҙы һәм манипуляторҙарҙы көйләй, егерме йылдан ашыу шәхси сифат тамғаһына эйә. Эдуард Исмәғил улында, үҙе әйтеүенсә, профессияһын алмаштырыу уйы бер ҡасан да булмаған. Атаһы эргәһендә бына ун йыл инде улы Артур ҙа хеҙмәт итә.

Эдуард Сәйфуллин етәкселек иткән звеноның эшенә бер ҡасан да иҫкәрмә лә, дәғүә лә булмаған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2024 йылғаса илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

 

 Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/141987

  

 

Автор:Дина Арсланова
Сергей Шойгу яҡташыбыҙға миҙал тапшырҙы
Сергей Шойгу яҡташыбыҙға миҙал тапшырҙы
Автор:
Читайте нас: