Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Август 2021, 11:49

“Толпар” ярҙам күрһәтә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Табиптар 115 баланың теш торошон тикшерҙе...

“Толпар” ярҙам күрһәтә
“Толпар” ярҙам күрһәтә

Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары “Толпар” мобиль комплексы составында яңы уҡыу йылы алдынан Әбйәлил районында дауалау- иҫкәртеү эшен үткәрҙе. Күсмә стоматологик комплекс Буранғол ауылында яҡын тирәләге ауылдарҙан килгән балаларҙы ҡабул итте.

Бригада составында поликлиниканың дауалау-иҫкәртеү бүлексәһе мөдире Л.Исмәғилева, табиптар В.Юнысбаева, Т.Луценко эшләне. Улар 115 баланың тештәр торошон тикшерҙе, 78-енең тештәренә пломба ҡуйҙы, 42 баланың һөт тештәре алынды, организмды һауыҡтырыу саралары үткәрелде.  Ҡайһы бер балалар артабан дауа алыу өсөн ортодонтҡа йүнәлтелде. Медицина ярҙамын күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән 24 бала алды.

 Бынан тыш, “Теш-фест” фестиваленә ярашлы, күсмә бригада белгестәре стоматологик сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса алты сәләмәтлек дәресе ойошторҙо, сарала ҡатнашҡан  балаларға дипломдар, файҙалы бүләктәр тапшырылды. Район хакимиәте табиптар бригадаһына яҡшы ойошторолған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Әбйәлилдәр ҙә бик ҡәнәғәт, улар табиптарҙың тағы ла килеүҙәренә өмөт итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында билдәләнгән  ошо мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу; һәр кемдең медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу, төпкөл райондар халҡына сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

“Толпар” ярҙам күрһәтә
“Толпар” ярҙам күрһәтә
Автор:
Читайте нас: