

Йәрмәкәй район дауаханаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май Указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә яңы “Диаком” рентген аппараты ҡуйылды. Дөйөм хаҡы – 11 миллион һум.
Яңы ҡорамалға хәүефһеҙлек, аҙ нурландырыу көсөргәнеше хас, ул тикшеренеү һөҙөмтәһен анализлау өсөе заманса программалар менән тәьмин ителгән.
“Комплекс пациенттарҙы баҫҡан килеш, ултырып һәм ятҡырып рентген тикшереүе үткәреү өсөн тәғәйенләнгән – ти медицина учреждениеһының баш табибы Рәмил Ғизетдинов.
Был аппарат тиҙ һәм еңел генә юғары сифатлы диагностика һүрәтен алыу мөмкинлеге бирә. Һүрәттәр электрон рәүештә һаҡлана, был иһә табипҡа ла динамикала сағыштырып ҡарау өсөн уңайлы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: yandex.ru.