Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Август 2021, 09:52

Йөкләмәләр үтәлергә тейеш

Ултырышта республика муниципаль район хакимиәттәренең һәм ҡала округтарының милли проекттарҙа ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды.

Йөкләмәләр үтәлергә тейешЙөкләмәләр үтәлергә тейеш
Йөкләмәләр үтәлергә тейеш

2 августа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары менән социаль-иҡтисади үҫештең айырым темалары буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Ултырышта республика муниципаль район хакимиәттәренең һәм ҡала округтарының милли проекттарҙа ҡатнашыу мәсьәләһе ҡаралды.

Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов муниципаль кимәлдә төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу мониторингы һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Ул ағымдағы йылда милли проекттарҙы ғәмәлгә индереүгә бүленгән 26,7 миллиард һум бюджет аҡсаһының 10,5 миллиарды муниципаль берәмектәргә йүнәлтелеүен билдәләне.

Уларҙың иң күп өлөшө “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” һәм “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекттарына тура килә. Улар торлаҡ төҙөлөшө программаларын дәртләндереү, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу, юл хужалыҡтарын, эсәр һыу объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау һ.б. эштәрҙе башҡарыуға йүнәлтелгән.

Илшат Тажетдинов хакимиәт башлыҡтарына төҙөлөш контракттарының үтәлешен етди контролдә тоторға, подрядсы ойошмалар менән даими бәйләнештә булырға, уларға ярҙам итергә саҡырҙы.

Сығышы аҙағында Илшат Азамат улы Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡала округтарының, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Яңауыл муниципаль райондарының республикала милли проекттарҙың үтәлешен яҡтыртыуҙа әүҙемлеген әйтте.

Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Андрей Назаров бурыстар билдәләне. Улар араһында – милли проекттар нигеҙендә тормошҡа ашырылған объекттар төҙөлөшөн тиҙләтергә, урындарҙа төбәк проекттарының үтәлеше буйынса мәғлүмәт эшен йәнләндерергә.

“Бюджет-ара трансферттарҙың байтаҡ өлөшө быйыл Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларына һәм Әлшәй районына йүнәлтелде. Әммә, беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса, был райондарҙа касса үтәлеше ҡәнәғәтләнерлек түгел. Шуға күрә был йүнәлештә эште әүҙемләштереү мотлаҡ, бөтә контракттар ҙа ваҡытында башҡарылырға тейеш”, - тине Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

 

Автор:Римма Султанова
Йөкләмәләр үтәлергә тейеш
Йөкләмәләр үтәлергә тейеш
Автор:
Читайте нас