Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Август 2021, 09:56

Оло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлек

“Сәләмәт ауыл” проектына ярашлы, бөгөн Мәләүез районында 60 йәштән өлкәндәргә шылтыратыу өсөн колл-үҙәк эшләй башланы.

Оло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлекОло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлек
Оло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлек

“Сәләмәт ауыл” проектына ярашлы, бөгөн Мәләүез районында 60 йәштән өлкәндәргә шылтыратыу өсөн колл-үҙәк эшләй башланы. Маҡсаты –  вакцинациялауҙың мөһимлеген аңлатыу һәм прививкаға саҡырыу.

Мәләүез районында  20 800 пенсионер йәшәй. Колл-үҙәктә өс белгес эшләй, уларҙың икәүһе – ирекмән. Көнөнә 170 кешегә шылтыратыу күҙаллана.

Хәйер, бындай эш төбәк өсөн яңылыҡ түгел. Пандемия башланғас та, коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән мәғлүмәт таратыуҙың был юлы әүҙем ҡулланылған. Унан тыш, район дауаханаһында ла "ҡыҙыу линия" эшләй, Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте белгестәре лә аҙыҡ-түлек, медикаменттар мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итә.

Бөгөндән ирекмәндәр һәм белгестәр оло йәштәгеләргә шылтыратып, вакцинациялау урындары, уларҙың эш ваҡыты тураһында мәғлүмәт еткерә башланы. Ҡалала ул район үҙәк дауаханаһында, ауылдарҙа иһә ФАП-тарҙа урынлашҡан.

Мәләүез районы хакимәте башлығы урыбаҫары Геннадий Шлычков әйтеүенсә, кол-үҙәктә эшләгән белгестәрҙең бығаса ла оло йәштәгеләр менән аралашыу тәжрибәһе бар. Вакцинациялауға шәхсән шылтыратып саҡырыу – һөҙөмтәле ысул, унан тыш, ололар ғәҙәттә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша инеп яҙыла алмай, күп осраҡта ҡайҙа прививка яһатып булырҙы белмәй.

Район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү бүлеге белгесе Айһылыу Шөғәйепова ололарҙың шылтыратыуҙарҙы ыңғай ҡабул итеүен, рәхмәт белдереүен еткерҙе.

Район хакимиәтенең матбуғат саралары менән хеҙмәттәшлек һәм интернет-коммуникациялар буйынса бүлеге начальнигы Гүзәл Ишкинина: "Бөгөн беҙҙә 60 йәштән өлкән граждандарға шылтыратыу буйынса яңы колл-үҙәк эшләй башланы. Ирекмәндәр вакцинаның әһәмиәте тураһында мәғлүмәт еткерә һәм прививка эшләтергә саҡыра. Телефон аша халыҡҡа мәғлүмәт биреү буйынса белгестәрҙең һәм ирекмәндәрҙең тәжрибәһе булыуы ҡыуандыра. Ирекмәндәр вакцинация пунктының эш ваҡыты, адресы хаҡында хәбәр итә. Әлеге ваҡытта Мәләүез районы буйынса биш меңгә яҡын оло йәштәге граждан коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ", - ти.

Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттарына ярашлы, кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү маҡсаттары өсөн ҙур мөмкинлектәр тормошҡа ашырыла, тормош сифатын күтәреү, даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Оло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлек
Оло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлек
Автор:
Читайте нас