Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Август 2021, 09:58

Белорет йүнселе "Бистро" кафеһы асмаҡсы

Район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Белорет йүнселе "Бистро" кафеһы асмаҡсыБелорет йүнселе "Бистро" кафеһы асмаҡсы
Белорет йүнселе "Бистро" кафеһы асмаҡсы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Кәңәшмәләргә төбәк үҫешенә битараф булмаған, инвестиция йәлеп итеү менән ҡыҙыҡһынған йүнсел кешеләр саҡырыла.

Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Инициатор ҡала пляжы биләмәһендә “Бистро” форматында кафе асырға ниәтләй. Уның маҡсаты – ял итеүселәрҙе туҡландырыу һәм ялдарын күңелле итеп ойоштороу. Пландарын тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуар ер участкаһы бүлеүҙәрен һораны.

Кәңәшмә барышында район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта проект менән ҡыҙыҡһыныуын һәм һәр яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе.

 Пляжды эксплуатацияға тапшырыр алдынан проект мәсьәләләре йәнә бер тапҡыр ҡараласаҡ.

Фото: Белорет районы хакимиәте сайты.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Белорет йүнселе "Бистро" кафеһы асмаҡсы
Белорет йүнселе "Бистро" кафеһы асмаҡсы
Автор:
Читайте нас