Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
2 Август 2021, 10:13

Ауылдаштар вакцина яһатыу яҡлы

Республиканың Дүртөйлө районында “Сәләмәт ауыл” проекты старт алды. Хәҙер төпкөлдә йәшәгән халыҡ та коронавирустан прививка яһатыу мөмкинлегенә эйә.

Ауылдаштар вакцина яһатыу яҡлыАуылдаштар вакцина яһатыу яҡлы
Ауылдаштар вакцина яһатыу яҡлы

Проекттың маҡсаты – яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинацияланған халыҡ һанын арттырыу һәм коллектив иммунитет булдырыу. Сарала бөтә ауыл тораҡтары, шулай уҡ урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре, старосталар, йәмәғәтселәр 31 авгусҡа тиклем ҡатнаша ала. Был эштә айырыуса етеҙлек күрһәткән лидерҙарҙы асыҡлау өсөн баһа күрһәткестәре билдәләнгән. Тораҡтарҙа вакцинация күрһәткесе 80 проценттан да кәм булырға тейеш түгел. Ауыл медицина хеҙмәткәрҙәре, старосталар, йәмәғәтселәр халыҡ араһында мәғлүмәт эшен әүҙем йәйелдереү, акциялар, әңгәмәләр үткәреү менән шөғөлләнәсәк. Проект һөҙөмтәһе буйынса, был эштә үҙҙәрен күрһәткән иң өлгөрҙәр, яҡшы ойоштороусылар дипломдар, аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк.

“Сәләмәт ауыл” проекты операторы булып “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы тора. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лә был мөһим эштән ситтә ҡалмай.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлауҙың төп маҡсаты булып түбәндәге саралар тора: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем кимәлен кәметеү, ҡан әйләнеше системаһы, яман шештәр сирҙәрен, сабыйҙар үлемен (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 осраҡҡа тиклем) ҡыҫҡартыу.

Фото: РБК

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Источник: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Дина Арсланова
Ауылдаштар вакцина яһатыу яҡлы
Ауылдаштар вакцина яһатыу яҡлы
Автор:
Читайте нас