Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
1 Август 2021, 12:38

Логистика үҙәге төҙөләсәк

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһындағы сираттағы кәңәшмә “Фармленд” компанияһының логистика үҙәген төҙөү буйынса тәҡдимен ҡарауға арналды.

Логистика үҙәге төҙөләсәкЛогистика үҙәге төҙөләсәк
Логистика үҙәге төҙөләсәк

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһындағы сираттағы кәңәшмә “Фармленд” компанияһының логистика үҙәген төҙөү буйынса тәҡдимен ҡарауға арналды.

Был башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы атҡарыла.

Майҙаны 17 квадрат метрҙы тәшкил итәсәк проект 1,5 миллиард һум сығым талап итә. Планлаштырылыуынса, предприятиела 170 эш урыны булдырыласаҡ. Медицина проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһендә хуплау тапҡайны.

“Был проектты тормошҡа ашырыу республикабыҙҙың иҡтисади һәм социаль күрһәткестәрен күтәреү өсөн мөһим, – ти Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Корпорацияның хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, инвесторҙың беҙҙең менән эшләүе бөтә административ процедуралар үтәүҙе тиҙләтәсәк, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өсөн әһәмиәтле өҫтөнлөктәр бирә".

Фото: pravitelstvorb.ru.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Логистика үҙәге төҙөләсәк
Логистика үҙәге төҙөләсәк
Автор:
Читайте нас